4 декабрь, Йәкшәмбе

31 июль 2015 йыл, 15:11

Республикала һалым хеҙмәте физик шәхестәрҙең килеменә һалымды кире ҡайтарыу ваҡытын контролгә алды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Башҡортостанда һалым хеҙмәте физик шәхестәрҙең килеменә һалымды кире ҡайтарыу ваҡытын контролгә алды. Был хаҡта ведомствоның республика буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Физик шәхестәрҙең дауаланыуға, уҡыуға, торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә киткән сығымдарының килеменә һалымды кире ҡайтарыу өсөн йәшәгән урын буйынса һалым инспекцияһына 3-НДФЛ формаһы буйынса декларация тапшырырға кәрәк.

Декларация өс ай буйына тикшерелә. Һалым тикшереү тамамланғандан һуң бер ай эсендә кире ҡайтарыла.

Кире ҡайтарыу ваҡыты үтеп китһә, был хаҡта Федераль һалым хеҙмәтенең республика буйынса идаралығына хәбәр итеү зарур: Адресы: 450078, Өфө ҡалаһы, Салауат Юлаев проспекты, 55. Йә иһә «Рәсәйҙең федераль һалым хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә» сервисы менән файҙаланырға, шулай уҡ 229-73-03 телефонына шылтыратырға мөмкин.