Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә хәүефле сүп-сар йыйыуға һәм уны ташыуға яуаплы ҡарайҙар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостанда 30 муниципаль берәмек терегөмөшлө лампалар йыйыу һәм уларҙы ташыу буйынса килешеүҙәр төҙөгән. «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы үткәргән мониторингка ярашлы, Өфө, Баҡалы һәм Стәрлетамаҡ райондары — беренсе класлы хәүеф тыуҙырыусы ҡалдыҡтарҙы утилләштереү буйынса программа лидерҙары араһында.

Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ районында 39 махсус контейнер ҡуйылған һәм тағы ла бишәүҙе һатып алыу планлаштырыла. Бөгөн ике меңдән ашыу кеше йәшәгән «Рощинский» совхозында ике контейнер тора. Ошо көндәрҙә бында экобокстарҙы хеҙмәтләндергән «ЭкоСервис» компанияһы вәкилдәре менән бергә «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһы хеҙмәткәрҙәре булып китте.

Асыҡланыуынса, халыҡ экобокстарҙы тәғәйенләнеше буйынса файҙалана. Улай ғына ла түгел, унда лампочкаларҙан тыш, тәмәке ҡаптары ла табылған, күрәһең, кемдер боксты ғәҙәти урна менән бутаған.

Рощинский ҡасабаһында йәшәүсе Рузалия Зөбәйерова әйтеүенсә, бындай контейнерҙар ҡуйылғас, ул бик шатланған. «Быға тиклем энергияны һаҡлаусы лампаларҙы балконда йыйып тура килә ине, сөнки уларҙы сүп-сар менән бергә ташлау хәүефле. Хәҙер иһә бик уңайлы — бараһың да янған лампочканы шунда һалып китәһең. Иң мөһиме, тәбиғәткә бер ниндәй ҙә зыян килтермәйһең», — тине Рузалия.

«ЭкоСервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Евгений Абрамовских һүҙҙәренсә, кешеләр яңы махсус контейнерҙарға ыңғай ҡарай.

«Лампалар бик тиҙ йыйыла. Уларҙы икенсел эшкәртеү өсөн ҡулланыуҙың мәғәнәһе юҡ, шуға күрә юҡ итәбеҙ. Контейнерҙарға лампаларҙы ғына түгел, шулай уҡ эшлектән сыҡҡан батарейкаларҙы ла ҡалдырырға мөмкин, сөнки улар ҙа хәүефле ҡалдыҡтар тип һанала», — тип һөйләне Евгений Абрамовских.

Хәүефле сүп-сарҙы экобокстарҙан махсус мискәләргә бушатҡас, «Экомобил»дә зарарһыҙландырыу буйынса ҡулайламаларға ебәрәләр. Муниципаль берәмектәр советы ассоциацияһы хеҙмәткәрҙәре Өфөләге сүп-сар майҙансыҡтарының береһендә ошо процесты күҙәтә алды, тип хәбәр итте «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының матбуғат хеҙмәте вәкиле Галина Феоктистова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть