11 декабрь, Йәкшәмбе

31 июль 2015 йыл, 12:57

Баш ҡалала «Әҙәби троллейбус»тың кескәй пассажирҙары «Аҡбуҙат» журналы менән танышты

фото: «Аҡбуҙат» журналы

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Өфөлә «Әҙәби троллейбус» «Аҡбуҙат» республика балалар журналы хеҙмәткәрҙәрен ҡабул итте. Өфө урамдары буйлап елгән троллейбустан кескәйҙәрҙең тауышы һәм шат көлөүе яңғырап торҙо. Был көндә пассажирҙар — 13-сө балалар баҡсаһы сабыйҙары береһенән-береһе уҙҙырып яратҡан баҫмалары тураһында шиғырҙар һөйләне. Байрамды Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Шәһитулла Хамматов алып барҙы.

«Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Тамара Юлдашева балаларға Әҙәбиәт йылы хаҡында мәғлүмәт биргәс тә туҡталышта осраҡлы ғына троллейбусҡа Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай инде. Ул пассажирҙарҙың һорауы буйынса «Башҡортостан — аҡ тирмәләр иле» шиғырын уҡып ишеттерҙе. Балаларға Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы һәм яҙыусы-юморист Юнир Салауатов та бик оҡшаны. Шағирәләр Гөлназ Ҡотоева, Миңлегөл Тайсина, журналдың яуаплы секретары Айнар Бикбулатов, мөхәррир Зөбәйҙә Исламова кескәйҙәрҙең һәм башҡа пассажирҙарҙың иғтибар үҙәгендә булды. Шиғырҙар, йомаҡтар, мауыҡтырғыс һорауҙарға яуаптар, баянға ҡушылып йырлау — ошо күңелле тамашаға «Әҙәби троллейбус» та «шатланған» кеүек тойолдо, тип һөйләнеләр «Аҡбуҙат» журналы хеҙмәткәрҙәре.

«Әҙәби троллейбус» акцияһы Әҙәбиәт йылына арналған, унда күпселек республика гәзит, журнал редакциялары ҡатнашты.