3 декабрь, Шәмбе

31 июль 2015 йыл, 10:55

Халыҡ-ара серияла башҡорт сатиригы Марсель Сәлимовтың сираттағы китабы донъя күрҙе

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Мәскәүҙә «Алеко», Сергей Михалков һәм Николай Гоголь исемендәге халыҡ-ара әҙәби премиялар лауреаты, БАССР-ҙың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Дуҫлыҡ ордены кавалеры Марсель Сәлимовтың «От смешного до великого» тип аталған яңы китабы баҫылып сыҡты. «Exegi monumentum» халыҡ-ара әҙәби серияла донъя күргән китап хаҡында Интернациональ яҙыусылар союзы сайтында мәғлүмәт бирелгән.

Был — Марсель Сәлимовтың Әҙәбиәт йылында баҫылған өсөнсө китабы. Быға тиклем «Миссия той пассии» һәм «О времена…» китаптары нәшер ителгәйне.

Яңы йыйынтыҡта шағирҙың һуңғы йылдарҙа ижад ителгән һәм Рәсәй, сит ил баҫмаларында донъя күргән шиғырҙары, мәҫәлдәре тупланған. Рус теленә уларҙы Мәскәү шағирҙары Николай Переяслов, Иван Тертычный, Өфө шағирҙары Роберт Паль, Леонид Соколов, Марат Ямалов, Сергей Янаки, шулай уҡ Анатолий Яни (Одесса), Надежда Карпова (Санкт-Петербург), Александр Мосиенко (Пятигорск) һәм башҡалар тәржемә иткән. Китаптың мөхәррире — билдәле әҙәби тәнҡитсе Никита Митрохин. Тышлығында рәссам Александр Андреев төшөргән дуҫтарса шарж файҙаланылған.

Совет һәм Рәсәй әҙәбиәте классигы Сергей Михалков ҡасандыр билдәләүенсә, «танылған башҡорт яҙыусыһы, сағыу сатирик Марсель Сәлимовтың әҫәрҙәре актуаллеге менән айырылып тора, сөнки темаларҙы автор беҙҙең көндәлек тормоштан ала».

2500 дана тираж менән баҫылған китап Рәсәйҙә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә һатыуға сығарыласаҡ. Электрон вариантын «Литрес.ру», «Книги.нет», «Озон.ру» магазиндарынан күсереп алырға һәм ошонда уҡырға мөмкин.

темалар: яңы китаптар