5 декабрь, Дүшәмбе

31 июль 2015 йыл, 9:58

Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 135 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә шиғри марафон ойошторола

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 31 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Ошо көндәрҙә республикала мөһим ваҡиға — татар һәм башҡорт әҙәбиәте классигы, Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 135 йыл тулыу көнө билдәләнә.

1 августа көндөҙгө сәғәт 4-тә Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәни фонд баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын, әҙәбиәтселәрҙе, шиғриәт һөйөүселәрҙе, шағирҙың туғандарын Мәжит Ғафуриҙың Өфөләге йорт-музейына (Гоголь урамы, 28) шиғри марафонға саҡыра. Әҙиптең биографияһы һәм ижады буйынса викторина ойошторола. Еңеүселәргә бүләктәр тапшырыласаҡ.

Электән килгән йола буйынса, шиғри бәйге тамамланғас, бөйөк шағирҙы ихтирам итеүселәр уның исемен йөрөткән Башҡорт дәүләт академия драма театры алдындағы Ғафури һәйкәленә сәскәләр һаласаҡ, тип хәбәр итте Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәни фонд рәйесе Люция Камаева.