4 декабрь, Йәкшәмбе

30 июль 2015 йыл, 18:04

Баш ҡалала яңы форматтағы беренсе газ менән заправкалау станцияһы асылды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Өфөлә транспортты тәбиғи газ менән заправкалау өсөн яңы форматтағы станция асылды. Ул Затон биҫтәһендәге Әхмәтов урамында урынлашҡан газ менән заправкалау станцияһын реконструкциялау һөҙөмтәһенә барлыҡҡа килде. Был — илдә «Газпром» компанияһының федераль газ менән заправкалау селтәренең бер өлөшө буласаҡ тәүге объект.

«Башҡортостанда автомобилдәрҙе тәбиғи газ менән заправкалау станцияһын төҙөү республика етәкселегенең газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереүгә етди ҡарауы хаҡында һөйләй. Эш шунда: төбәк менән килешеүебеҙ бар. Быйыл, киләһе һәм 2023 йылдарҙа бында ниндәй эштәр башҡарыуыбыҙ тураһында беләбеҙ. Республикала шундай 41 станция асырға ниәтләйбеҙ», — тине «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Виктор Зубков.

Яңыртыу барышында станцияла юғары ҡеүәтле компрессорҙар ҡуйылған. Бынан тыш, станцияның тышҡы йөҙө үҙгәртелгән. Ул «Газпром» ваҡлап һатыу селтәренең яңыртылған бренды аҫтында эшләй, экстерьер яңы стилдә төҙөлгән.