Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөләр табиптарҙа бушлай тикшерелә ала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфөләр табиптарҙа бушлай тикшереү үтә ала. 3 августан 7-нә тиклем Республика табип-физкультура диспансерында Физкультурниктар көнөнә арналған Асыҡ ишектәр аҙналығы ойошторола.

Был көндәрҙә сәләмәт йәшәү рәүеше, спорт медицинаһы, умыртҡа бағанаһының боҙолоуын, сколиоз һәм башҡа терәк-хәрәкәт  системаһы сирҙәрен иҫкәртеү буйынса бушлай кәңәштәр алырға мөмкин.

Өлкәндәр Сәләмәтлек үҙәгендә тын алыу, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын, ҡандағы шәкәр, холестерин кимәлен тикшертә ала.

7 августа иртәнге сәғәт 11 тула 10 минутта диспансерҙың тренажер залында кескәй спортсыларҙың күрһәтмә сығыштары, йога дәрестәре уҙғарыла, Пилатес системаһы буйынса күнегеүҙәр күрһәтелә, шулай уҡ балалар өсөн эстафета ойошторола, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Республика табип-физкультура диспансерының адресы: Өфө ҡалаһы, Блюхер урамы, 1. Эш режимы: иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть