8 декабрь, Кесе йома

30 июль 2015 йыл, 17:02

Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу талисманы авторы 50 мең һум аласаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Бөгөн, 30 июлдә, Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу талисманын эшләүгә конкурс башлана. Сара 2016 йылдың 1 июленән 15 авгусына тиклем үтәсәк, тип хәбәр итә иҫәп алыуҙың матбуғат үҙәге.

Ошо ваҡыт эсендә бөтә ауыл хужалығы ойошмалары һәм предприятиелары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, шулай уҡ шәхси ярҙамсы хужалыҡтар яҙып алынасаҡ.

Конкурсты ойоштороуҙа «Комсомольская правда» нәшриәт йорто мәғлүмәти ярҙам күрһәтәсәк. Нәшриәт йортоноң сайтында конкурсҡа арналған махсус бит булдырылған, унда иҫәп алыу, уның әһәмиәте, үткәреү ваҡыты һәм тәртибе тураһында мәғлүмәт бирелгән, шулай уҡ конкурс шарттары баҫылған. Шунда уҡ тауыш биреү өсөн эштәр урынлаштырыласаҡ, сайтҡа инеүселәр һәр һүрәтте иғтибар менән ҡарап, оҡшағаны өсөн тауыш бирә ала. Һәр кем өс эште һайлап алып, бер тапҡыр ғына тауыш бирергә хоҡуҡлы. Конкурс 30 июлдән 31 авгусҡаса дауам итәсәк, эштәр 26 авгусҡа тиклем ҡабул ителә.

Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса иң күп балл йыйған 10 ҡатнашыусы билдәләнәсәк. Жюри уларҙың араһынан еңеүсене һайлап аласаҡ һәм уға аҡсалата премия — 50 мең һум тапшырыласаҡ.