Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы эшсәндәренә дәүләт наградалары тапшырылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

30 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов төбәктең иң яҡшы эшсәндәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Иҡтисад, социаль өлкә, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, сәнғәт, спорт өлкәләрендә эшләгән 55 хеҙмәт алдынғыһы һөнәри оҫталығы, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн наградалар менән баһаланды.

«Төрлө тармаҡтарҙа эшләһәгеҙ ҙә һеҙҙе юғары профессионаллек, яуаплылыҡ, һөнәргә тоғролоҡ кеүек сифаттар берләштерә, — тине Сергей Молчанов. — Уҙған йыл һәм ағымдағы ярты йыллыҡ йомғаҡтарынан күренеүенсә, төп күрһәткестәр буйынса республика һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәште, улар илдәге уртаса күрһәткестәрҙән яҡшыраҡ. Рәсәй төбәктәре араһында беҙ иҡтисади күрһәткестәр буйынса алдынғылар рәтендә. Йыл һайын Башҡортостанда тиҫтәләрсә яңы социаль объекттар төҙөлә».

Сергей Молчанов бүләкләнеүселәрҙең барыһын да Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән ҡотланы.

Ғалимдар, табиптар, уҡытыусылар, тренерҙар, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, водителдәр, тракторсылар, урмансылар наградаларға лайыҡ булды.

Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Өфөләге ойошмаһы рәйесе Галина Бычковаға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре» тигән исем бирелде. Дүртөйлө ҡалаһынан «Йәшел береттар» ансамбле етәксеһе Рашат Фазлиәхмәтов Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемен алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть