4 декабрь, Йәкшәмбе

30 июль 2015 йыл, 15:20

Алексей Лисовенко «Башнефть» компанияһының иҡтисад һәм финанс буйынса вице-президенты итеп тәғәйенләнде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. «Башнефть» компанияһының директорҙар советы Алексей Лисовенконы баш финанс директор — иҡтисад һәм финанс буйынса вице-президент вазифаһына тәғәйенләүҙе хупланы.

2009 йылдан Лисовенко «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең баш финанс директоры урынбаҫары — баш бухгалтер булып эшләй. 2006 — 2009 йылдарҙа ул «Система-Инвест» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә баш бухгалтер булған.

Алексей Лисовенко ағымдағы йылдың майында «Башнефть» компанияһының эшкәртеү һәм коммерция буйынса тәүге вице-президенты вазифаһын биләгән Денис Станкевичты алмаштырҙы.

«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте Рәсәйҙең 20-нән ашыу төбәгендә һәм сит илдә эшмәкәрлек алып бара. Үткән йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә нефть табыу буйынса алтынсы (17,8 миллион тонна) һәм уны беренсел эшкәртеү буйынса дүртенсе урынды (21,7 миллион тонна) биләй. Устав капиталының 50,08 проценты «Росимущество» күҙәтеүендә, акцияларҙың 25 проценты Башҡортостандыҡы.