Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө Рәсәй мөфтиәте резиденцияһы урынлашасаҡ урын өсөн тауыш биреүҙә тәүге урында килә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты мөфтиәт резиденцияһы урынлашасаҡ урын өсөн тауыш биреү уҙғара. Әлеге мәлдә Өфө исемлектә беренсе урынды биләй. Икенсе урында — Ҡазан, өсөнсөлә — Мәскәү һәм Махачкала. Грозный ҡалаһы иң аҙ тауыш йыйған. Конкурс «Бәйләнештә» социаль селтәрендә Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының рәсми битендә уҙа.

«Һуңғы ваҡытта Рәсәйҙең ҡайһы ҡалаһы йәки төбәге илебеҙ мосолмандарының административ үҙәге тип иҫәпләнә ала тигән мәсьәлә йыш күтәрелә. Беҙҙең өммәнең рухи үҙәгенә килгәндә, бер ниндәй һорауҙар ҙа юҡ. Рәсәйҙәге исламдың ике бишеге — Болғарҙа һәм Дербентта. Ә бына Рәсәй мөфтиәтенең резиденцияһы ҡайҙа булырға тейешлеге тураһында мәсьәлә форумдарҙа, киң мәғлүмәт сараларында һәм мосолман ойошмаларының сайттарында әүҙем тикшерелә», — тип аңлаттылар ойоштороусылар тауыш биреүҙең маҡсатын.

5 авгусҡаса теләгән һәр кем үҙ фекерен белдерә ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть