8 декабрь, Кесе йома

30 июль 2015 йыл, 13:15

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы эфир ваҡыты бүлеү буйынса йәрәбә үткәрҙе

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Күмертау һайлау округы буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлауҙа теркәлгән кандидаттар бушлай эфир ваҡытын бүлде. Үҙәк һайлау комиссияһы радио, телевидение эфирҙарында кандидаттар өсөн йәрәбә үткәрҙе.

Йәрәбә һалыуҙа кандидаттар, кандидаттарҙың, һайлау берекмәләренең вәкилдәре ҡатнашты. Округ буйынса бөтәһе биш кандидат теркәлгән. Улар — ЛДПР-ҙан «Үҫеш» сауҙа-төҙөлөш компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Артем Дьяченко, «Ғәҙел Рәсәй»ҙән «Стройинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директор урынбаҫары Александр Никитин, «Берҙәм Рәсәй»ҙән «Акрополь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Хәйҙәр Ғайсин, КПРФ-тан «Урал ресурстары» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең арбитраж идара итеүсеһе Николай Гладилов, «Рәсәй патриоттары»нан шәхси эшҡыуар Максим Варламов.

Кандидаттарҙың вәкилдәре Башҡортостан юлдаш телеканалы, «Юлдаш» радиоһы, «Рәсәй» (Рәсәй-1) телеканалы һәм «Рәсәй радиоһы»ның төбәк эфирында бушлай ваҡыт бүлде.

Сентябрҙә ике һайлау округында Дәүләт Йыйылышы дупутаттарын өҫтәмә һайлау ойошторола. Үҙәк һайлау комиссияһы Туймазы һәм Күмертау һайлау округтары буйынса өҫтәмә һайлауҙар тәғәйенләне.

Республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары Константин Чистяков һәм Андрей Макаровтың вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылыуға бәйле ике мандат алмаштырыла.

Туймазы округы буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына депутатлыҡҡа кандидаттар араһында эфир ваҡыты бүлеү буйынса йәрәбә 23 июлдә үтте.