7 декабрь, Шаршамбы

30 июль 2015 йыл, 12:15

Республикала «Изге ҡулдарҙан китап» акцияһы дауам итә

фото: «Китап» нәшриәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Әҙәбиәт йылына арналған «Изге ҡулдарҙан китап» акцияһын дауам итә.

Уҙған шишәмбелә «Китап» нәшриәте магазинында Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры урынбаҫары Альмира Ҡолдәүләтова Өфө районы Ҡыҙыл Яр ауылы мәктәбенә тапшырыу өсөн китаптар һатып алды. Танылған яҙыусы, сатирик, юморист Марсель Сәлимов — Өфө ҡалаһындағы оло йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн йорт-интернат ветерандарына, ә «Сәнғәт кешеләре» фонды етәксеһе Альмира Соломинова Сермән балалар йортона китаптар бүләк итте. Эстафетаны Өфө ҡалаһының «Халыҡтар дуҫлығы» китапханаһы мөдире Роза Әбдиева һәм педагогия фәндәре кандидаты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты Екатерина Савельева ҡабул итте.

Акцияға яҙыусы Александр Белкин да ҡушылды, ул ҡаланың социаль приют тәрбиәләнеүселәренә «Йыл миҙгелдәре» китабын тапшырҙы.