Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 250 йыллығына ҡарата телефильм төшөрөләсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

2016 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 250 йыл тулыу билдәләнәсәк. Башҡортостан Хөкүмәте Ҡарары менән иҫтәлекле датаға бәйле саралар планы раҫланған.

Юбилей йылында Стәрлетамаҡта ҡала өсөн иң яҡшы ҡотлау открыткаһы, байрам датаһына ҡарата слоган һәм девиз, ҡала тураһында иң яҡшы мәҡәләгә конкурстар үткәреү ҡаралған. Шулай уҡ «Иң яҡшы эш биреүсе», «Хеҙмәт шарттарын һаҡлау буйынса иң яҡшы ойошма» билдәләнәсәк. Сәнәғәт һәм ауыл хужалығы етештереүе, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, фән, хеҙмәтләндереү, эшҡыуарлыҡ, туризм өлкәһендәге һәм үҙ эштәренә тоғро хеҙмәт иткән, һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшкән хеҙмәткәрҙәр бүләкләнәсәк. Ҡала предприятиеларының ҡаҙаныштары республика, дөйөм Рәсәй һәм халыҡ-ара тармаҡ күргәҙмәләрендә күрһәтеләсәк.

Мәҙәни саралар, шул иҫәптән «Һиңә, яратҡан ҡалам!» тип исемләнгән театрлаштырылған тамаша, Башҡортостан халыҡтарының фольклор байрамын һәм спорт-театрлаштырылған байрам уҙғарыу ҡаралған. «Стәрлетамаҡ батырҙары» спорт фестивален үткәрергә ниәтләйҙәр, унда спортсылар гер, армрестлинг, көрәш, самбо, дзюдо, кикбоксинг һәм каратэ буйынса көс һынашасаҡ. Волейбол, баскетбол, футбол буйынса турнирҙар буласаҡ. Шлак һибелгән юлда мотоциклда уҙышыу буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарын һәм башҡа спорт сараларын ойоштороу билдәләнгән.

Киләһе йылда Стәрлетамаҡҡа нигеҙ һалыныуға 250 йыл тулыуға арналған телефильм төшөрөү, шулай уҡ «Быуындар туҡталышы» тип аталған китап сығарыу планлаштырылған. «Стәрлетамаҡ тарихының биттәре» күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть