6 декабрь, Шишәмбе

29 июль 2015 йыл, 18:38

Башҡортостандың һуҡырҙар китапханаһында Салауат Низаметдиновты хөрмәтләп иҫкә алалар

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Ике йыл элек Салауат Низаметдиновтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Тыумыштан һуҡыр, күп балалы шахтер ғаиләһендә үҫкән ябай ауыл малайы билдәле башҡорт композиторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты, «Филантроп» халыҡ-ара конкурсының тәүге премияһы лауреаты, Дмитрий Шостакович исемендәге премия лауреаты булды.

Салауат Низаметдинов бөтә ғүмерен музыкаға арнаны. Ул опера һәм симфония, хор һәм романс кеүек төрлө жанрҙарҙа ижад итте. Эстрада йырҙары, спектаклдәргә, документаль һәм нәфис фильмдарға музыка яҙҙы.

1968 йылдан Башҡортостан һуҡырҙар китапханаһының даими уҡыусыһы булды. Ғүмере буйына тирә-йүндә барған хәл-ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһынды, үҙенең оҫталығын арттырыу өсөн илһам сығанағын эҙләне. Һуңынан был уның ижадында сағылыш тапты.

Танылыу яулаһа ла, композитор китапхана һәм үҙенең дуҫтары менән бәйләнешен өҙмәне. Осрашыу тураһында тәҡдимдәрҙе шатланып ҡабул итте, унда йырҙарын башҡарҙы, шиғырҙар уҡыны.

«Салауат Низаметдинов, уның тормош һөйөүсәнлеге һәм мөхәббәте хаҡында иҫтәлек китап уҡыусыларыбыҙҙың күңелендә һаҡлана, йәшәргә, үҙ көсөңә ышанырға ярҙам итә», — тип һөйләне Башҡортостан һуҡырҙар китапханаһы директорының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса урынбаҫары Олег Кушнерук.

«Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә» виртуаль китап күргәҙмәһен рус һәм башҡорт телдәрендәге һылтанма буйынса ҡарарға мөмкин.