Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.27 ↓

EUR 62.92 ↑

25 май, Кесе йома

Уфа   °

Силәбе өлкәһендә Ҡоншаҡ метеоритының киҫәге табылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Силәбе эргәһендә ярты быуат элек төшкән метеориттың киҫәген тапҡандар. Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре союзы хәбәр итеүенсә, 1949 йылдың 11 июнендә ергә төшкән Ҡоншаҡ метеоритының киҫәктәре һирәк осраусы экспонаттар тип иҫәпләнә. Уларҙы Силәбе ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейында күрергә мөмкин.

XX быуатта дөйөм ауырлығы 200 килограмлыҡ 20-гә яҡын метеорит киҫәктәрен йыйғандар, ләкин 1960 йылда улар бөткән, тип һөйләнеләр музейҙың матбуғат хеҙмәтендә. Былтыр һәм быйыл геологтар иһә йәнә шундай киҫәктәрҙе тапҡан.

Ғалимдарҙың мәғлүмәттәре буйынса, 66 йыл элек шартлаған Ҡоншаҡ метеоритына 720 миллион йәш. Уның киҫәктәре Ҡоншаҡ районы биләмәһенә генә түгел, урындағы Сыбаркүлгә лә төшкән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть