3 декабрь, Шәмбе

29 июль 2015 йыл, 17:23

Баш ҡалала 500 мең квадрат метрлыҡ торлаҡ төҙөләсәк

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә 500 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөләсәк һәм 16 иҫке йорт һүтеләсәк. Өфө ҡала Советының сираттағы ултырышында тейешле ҡарар ҡабул ителде. Ошо алты проект ғәмәлгә ашырылһа, яңы йорттарға кәм тигәндә 16700 кеше күсә аласаҡ тип күҙаллана.

Планға ярашлы, бер яңы квартал Затонда төҙөләсәк. Комплексы төҙөлөш өсөн майҙан 12 гектар тәшкил итәсәк, шул иҫәптән 2,5 гектар ер алты йорт өсөн бүленәсәк. Торлаҡтың майҙаны — 30,3 мең квадрат метр. Квартал биләмәһендә 46 урынлыҡ өс балалар баҡсаһы, 822 машина ҡуйырлыҡ урын, ҡунаҡхана тибындағы дөйөм ятаҡтар һәм халыҡты хеҙмәтләндереү предприятиелары төҙөү ҡаралған.

Ҡала үҙәгендә бер нисә төҙөлөш проекттары тормошҡа ашырыласаҡ. Әй, Баҡалы, Ҡариҙел һәм Степан Злобин урамдары менән сикләнгән кварталда дөйөм майҙаны 87,7 мең квадрат метр булған дүрт яңы йорт һалырға ниәтләйҙәр. Шунда уҡ 200 урынлыҡ балалар баҡсаһы, сауҙа үҙәге һәм ике спорт залы төҙөләсәк.

Ленин, Кировоград, Цюрупа урамдары һәм Ибраһимов бульвары менән сикләнгән квартал биләмәһендә торлаҡтың дөйөм майҙаны 21,7 мең квадрат метр булған ике 26 ҡатлы һәм бер 25 ҡатлы йорт һалыу планлаштырыла. Рәсәй, Дауыт Юлтый, Өфө шоссеһы һәм Рәсәй тыҡрығы урамдары менән сикләнгән биләмәлә майҙаны 8,4 мең квадрат метр булған торлаҡ, спорт залы һәм 64 машина ҡуйырлыҡ ер аҫты парковкаһын төҙөү ҡаралған. Проект 16 иҫке йортто һүтеүҙе күҙ уңында тота, һуңынан ошо урында 350 урынлыҡ балалар баҡсаһы һалынасаҡ.

Иң ҙур биҫтәне —  Салауат Юлаев проспекты һәм Сәғит Агиш урамы киҫелешендә, ҙурлығы буйынса икенсе биҫтәне Сипайлово янында төҙөү ҡаралған.