Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93

EUR 68.66

23 июль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә 5000 кешегә иҫәпләнгән һәм биш балалар баҡсаһы булған яңы биҫтә барлыҡҡа киләсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Өфөлә Сипайловонан алыҫ түгел биш меңдән ашыу кешегә иҫәпләнгән яңы биҫтә барлыҡҡа киләсәк. Ундағы йорттар 14-33 ҡатлы буласаҡ. Был хаҡта шаршамбы, 29 июлдә, Өфө ҡала Советы ултырышында хәбәр иттеләр.

Бейек йорттар Сипайлово, Ватутин, Рудольф Нуриев һәм Өфө шоссеһы урамдары менән сикләнгән урында төҙөләсәк. Бында 151,6 мең квадрат метр торлаҡ һәм майҙаны 170 мең квадрат метр самаһы булған йәмәғәт биналарын төҙөү ҡаралған. Биҫтәлә биш балалар баҡсаһы, 1100 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп, эшҡыуарлыҡ үҙәге, халыҡты хеҙмәтләндереү предприятиелары, сквер, спорт майҙансыҡтары, 2716 автомобиль ҡуйырлыҡ парковкалар буласаҡ.

Проекттың заказсыһы — «СТ-Девелопер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, башҡарыусыһы — «Башпроект» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Ағымдағы йылдың 1 октябрендә Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтендә ошо проект буйынса тыңлауҙар үткәрелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть