11 декабрь, Йәкшәмбе

29 июль 2015 йыл, 15:45

Республикала һуңғы йылда ниндәй һөнәр эйәләренең эш хаҡы кәмеүе тураһында билдәле булды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостанстат иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре буйынса республика предприятиелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең уртаса хеҙмәт хаҡы динамикаһын тикшерҙе. 2015 йылдың ғинуарынан майға тиклемге мәғлүмәттәр былтырғы ошо осор күрһәткестәре менән сағыштырылды.

Был осорҙа файҙалы ҡаҙылмалар табыу буйынса предприятие хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы — 9,8, нефть эшкәртеүселәрҙеке 3,8 процентҡа кәмегән. Әйткәндәй, Башҡортостанда тап ошо һөнәр эйәләре иң юғары эш хаҡы ала. Ғинуар-май айҙарында файҙалы ҡаҙылмалар табыу буйынса предприятиеларҙа уртаса хеҙмәт хаҡы айына — 44 мең, нефть продукттарын етештереү буйынса 58 мең һум тәшкил иткән.

Башҡа тармаҡтарҙа эш хаҡы түбәнерәк һәм 11,5 мең һумдан алып (күн эшкәртеү-аяҡ кейеме предприятиелары) 35,7 мең һумға тиклем (финанс ойошмалары) тирбәлә.

Ауыл һәм урман хужалығында (айына 13,5 мең һум), туҡыу һәм тегеү сәнәғәтендә (13,9 мең), ресторан һәм ҡунаҡханаларҙа (15 мең) ла эш хаҡы аҙ.

Химия тармағында (айына 35 мең), дәүләт идара итеүе һәм хәрби хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, социаль страховкалау өлкәһендә (34,5 мең), электр энергияһы, газ һәм һыу етештереү һәм бүлеү (31,1 мең), транспорт саралары һәм ҡорамалдар етештереү буйынса предприятиеларҙа (30,2 мең) хеҙмәт хаҡы юғарыраҡ.

Ғинуар-май айҙарында республика буйынса уртаса эш хаҡы 24,7 мең һум тәшкил иткән. 2014 йылдың ошо осорона ҡарата ул 3,5 процентҡа артҡан, әммә хаҡтарҙың күтәрелеүен иҫәпкә алғанда, 10,1 процентҡа кәмегән.