3 декабрь, Шәмбе

29 июль 2015 йыл, 13:24

Баш ҡалалағы Социнвестбанкта «тәнәфес» оҙайтылды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Өфөләге Социнвестбанк «техник сәбәптәр буйынса» иғлан ителгән ике көнлөк тәнәфестән һуң тәғәйенләнгән көндө, 29 июлдә, асылманы. Банктың сайтына ошондай иғлан ҡуйылған: «Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, техник сәбәптәр арҡаһында банк 2015 йылдың 3 авгусына тиклем эшләмәйәсәк. Эшкә һәләтлелекте тергеҙеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырышабыҙ».

Телефондар әүәлгесә яуап бирмәй, килеп тыуған хәлгә рәсми аңлатма юҡ.

«Ведомости» гәзитендә яҙыуҙарынса, Социнвестбанкта финанс проблемалары барлыҡҡа килгән, һәм улар банктарҙан Анатолий Мотылев төркөмөнөң лицензияһын алыуға бәйле. Социнвестбанктағы банк-ара кредиттарҙың 5 миллиард һум самаһы Мотылев төркөмөнә тура килә, тип хәбәр итә баҫма. Банктың иҫәп-хисап документтарынан күренеүенсә, ул «Рәсәй кредиты» һәм АМБ-банкка бурысҡа аҡса биргән. «Интерфакс» мәғлүмәттәре буйынса, 20 июлдә «Тула сәнәғәтсеһе» банкы Социнвестбанктан 500 миллион һумлыҡ кредит алған, 27 июлдә һуңғыһының лицензияһы тартып алынған.

«Социнвестбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Өфө ҡалаһы) — Башҡортостанда һатыу селтәре һәм Мәскәүҙә офистары булған төбәк банкы. Banki.ru мәғлүмәттәре буйынса, 1 июлгә банктың таҙа активтары 16,96 миллиард һум (Рәсәйҙә 200-сө урын), банктың капиталы — 2,72 миллиард, кредит портфеле — 2,72 миллиард, халыҡҡа бурысы 10,12 миллиард тәшкил иткән. Устав капиталының 96,2 проценты идара рәйесе Сергей Таболиндыҡы.