3 декабрь, Шәмбе

29 июль 2015 йыл, 11:02

Өфөнөң «Ватан» паркында этно-рок төркөмө сығыш яһаясаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөнөң «Ватан» паркында «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө сығыш яһаясаҡ. Төркөмдөң концерты кесаҙна, 30 июлдә, Конгресс-холл янындағы майҙанда була.

Мәҙәни сарала шулай уҡ Башҡортостандың милли йәмәғәт берекмәләре һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто үҙәктәренең вәкилдәре ҡатнаша. Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары сағыу милли кейемдәрҙе күрәсәк, милли әҙәбиәт менән танышасаҡ.

Теләгән һәр кем Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы тәҡдим иткән «Халыҡтар дуҫлығы — мәҙәниәттәр дуҫлығы» күргәҙмәһендә китаптар һәм ваҡытлы матбуғат менән таныша аласаҡ, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығынан.