9 декабрь, Йома

29 июль 2015 йыл, 10:27

Өфөлә 100-ҙән ашыу йәш ғалимдың ғаиләһе йорт туйланы

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә 102 йәш ғалимдың ғаиләһе өй туйланы. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең 13 институты хеҙмәткәрҙәренә баш ҡаланың Фән урамында төҙөлгән яңы 16 ҡатлы йорттағы фатир асҡыстары тапшырылды.

Дөйөм майҙаны ете мең квадрат метрҙан ашыу булған йортта 60 бер бүлмәле, 32 — ике һәм 10 өс бүлмәле фатир бар. Уларға тулыһынса ремонт яһалған.

«Яҡшы, уңайлы шарттары булған фатир тураһында хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Беҙгә, Башҡорт дәүләт университетында уҡытыусы булып эшләгән тормош иптәшем менән торлаҡ һатып алыу мөмкин түгел. Ниһайәт, улдарыбыҙҙың үҙ бүлмәһе буласаҡ, — тине филология фәндәре кандидаты, ғилми китапхана мөдире Рәмилә Сибәғәтова, шатлығын йәшермәйенсә. — Төҙөүселәр ремонт яһаған, бары мебель һатып алырға ғына ҡала. Йәш белгестәр яҡшы эшләһен һәм ял итһен өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған, тип иҫәпләйем».

Бәхетле өй туйлаусыларҙы Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡотланы. Йортло булыу — йәш ғалимдар өсөн күптән көтөлгән һәм шатлыҡлы ваҡиға, тип билдәләне ул. Был эшләргә, яңы асыштар яһарға һәм алға барырға этәргес тә.

Яңы йорт «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә йыл ярым эсендә төҙөлгән.

«Төҙөлөш барышында ауырлыҡтар ҙа булды, атап әйткәндә, уны сафҡа индереүгә эргәлә урынлашҡан Органик химия институтының химик реактив келәттәре ҡамасауланы. Беҙ ошо мәсьәләләрҙең барыһын да хәл иттек, бөгөн иһә хеҙмәткәрҙәребеҙ ғаиләләре менән яңы фатирҙарға күсенә», — тине Рәсәй Фәндәр академиһының Өфө ғилми үҙәге рәйесе Усеин Джемилев.

Киләсәктә бында тап шундай тағы бер бер йорт төҙөү ҡаралған.