4 декабрь, Йәкшәмбе

28 июль 2015 йыл, 18:04

Баш ҡалала йәйге китап уҡыу ихаталары һәм асыҡ һауалағы залдар эшләй

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Шаршамбы, 29 июлдә, көндөҙгө сәғәт 12-лә Өфөләге «Тулҡын» паркында 14-се ҡала китапханаһының йәйге «Китап уҡыусы ихатаһы» эшен дауам итәсәк. Бында китапхана яҙҙырған яңы гәзит-журналдар, сағыу балалар әҙәбиәте, «Йәйгелеккә кәңәштәр» файҙалы мәғлүмәт урын аласаҡ. Донъялағы буккроссингҡа ярҙам итеү йәһәтенән китаптар «ирекле сәйәхәт»кә сыға, теләүселәр ҡыҙыҡлы һәм файҙалы әҙәбиәт менән алмаша аласаҡ. Кескәйҙәрҙе «Яратҡан әкиәтселәр» кроссворды көтә, уны сисеүселәргә татлы бүләктәр ҡаралған.  

Шул уҡ көндө киске сәғәт 5-тә «Библиосквер» йәйге уҡыу залында «Өфө кистәре» фольклор клубы йәштәре менән осрашыу ойошторола.

30 июлдә киске сәғәт 5-се яртыла 18-се китапхана Нижегородка биҫтәһендә йәшәүселәрҙе 47-се балалар баҡсаһы биләмәһендә «Асыҡ һауалағы йәйге китапхана»ны асыу тантанаһына саҡыра. Унда классик һәм заманса әҙәбиәт, балалар өсөн баҫмалар һәм журналдар тәҡдим ителәсәк. Һауа торошо яҡшы торғанда йәйге китапхана 31 авгусҡаса көн һайын көндөҙгө сәғәт 4-тән 6-ға тиклем асыҡ буласаҡ, шәмбе һәм йәкшәмбе — ял көндәре, тип хәбәр иттеләр Өфөнөң Ленин районы хакимиәтенән.

темалар: китапханалар