Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Республика райондарында күреү һәләтен диагностикалау үҙәктәре асыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Республика райондарында күреү һәләтен диагностикалау үҙәктәре асыла. Шишәмбе, 28 июлдә, Иглин районы үҙәге Иглиндә лә ошондай учреждение үҙ ишектәрен асты.

Муниципалитет хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә тиклем район үҙәгендә күреү һәләтен диагностикалау, шулай уҡ яңы быуын оптикаһы булмаған. Халыҡ тикшерелеү өсөн баш ҡалаға йөрөгән.

— Беҙ тәүге тапҡыр Иглиндә эш башлайбыҙ. Кешеләргә сифатлы оптика, диагностика, фитобар, дарыуҙар тәҡдим итәбеҙ. Был Иглиндә һәм яҡын-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәргә бик кәрәк», — тине «Фармленд» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкиле Сирена Әсәҙуллина.

Иглин халҡына ҡотлау һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итеп, район башлығы Ғауфан Шәйхетдинов, ҡасабала күп профилле дарыухананың асылыуы бик мөһим, тип билдәләне, шуның менән бергә яҡташтарына һау-сәләмәт булыуҙарын, балалар үҫтереүҙәрен теләне.

«Район халҡының ҡапыл артыуы эшҡыуарлыҡ структураларының эшмәкәрлегендә ыңғай сағыла, әммә урындағы поликлиника эште башҡарып өлгөрмәй. Шуға күрә шәхси фирмалар ярҙамға килә. Әгәр быға тиклем районда бер шәхси стоматология клиникаһы булһа, быйыл йәй ике шәхси медицина учреждениеһы асылды, унда лаборатория һәм эске органдарҙы диагностикалау бар, терапевт, гинеколог, уролог эшләй», — тип хәбәр итте Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Айгөл Одинцова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть