Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.71 ↓

EUR 63.36 ↑

30 май, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөнөң төньяғындағы Новоалександровка ҡасабаһы сәнәғәт кластеры булараҡ үҫешәсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Өфөнөң төньяғындағы ташландыҡ Новоалександровка ҡасабаһы сәнәғәт йүнәлеше буйынса кластер булараҡ үҫешәсәк. Был хаҡта Өфө хакимиәтенең Баш архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы етәксеһе Илдар Ибраһимов мэрияла үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе.

— Әлеге ваҡытта планлаштырыу документтары менән шөғөлләнәбеҙ, — тип һөйләне Илдар Ибраһимов. — Аңлашыла, был биләмәлә сәнәғәт предприятиелары ғына буласаҡ, башҡа объекттар өсөн санитар-һаҡлау зоналарын үтәү мөһим.

Новоалександровка ҡасабаһы Өфөнөң төньяғында Ағиҙел буйында урынлашҡан. 1992 йылдан 1995 йылға тиклем халыҡты нефть сәнәғәте предприятиеларының санитар-һаҡлау зоналарынан ситкә күсергәндәр.

Теги: сәнәғәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть