Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә урындағы үҙидаралыҡтың вәкиллекле органдарына депутатлыҡҡа кандидаттар теркәү тамамланды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда урындағы үҙидаралыҡтың вәкиллекле органдарына депутатлыҡҡа кандидаттар теркәү тамамланды. Урындағы үҙидаралыҡ органдарына һайлауҙа алмаштырыласаҡ 7302 мандатҡа 15 399 кандидат теркәлгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһынан. Берҙәм тауыш биреү көнөндә — 13 сентябрҙә республиканың 53 муниципаль районында һайлауҙар үтә.

Теркәлгән кандидаттарҙы түбәндәге сәйәси партиялар тәҡдим иткән: «Берҙәм Рәсәй» — 7300, КПРФ — 610, ЛДПР — 392, «Рәсәй патриоттары» — 290, «Ғәҙел Рәсәй» — 261, «Рәсәй пенсионерҙарының ғәҙеллек өсөн партияһы» — 73, «Йәшелдәр һәм социал-демократтар альянсы» — 65, «Йәшелдәр» Рәсәй экологик партияһы» — 12, «Рәсәй пенсионерҙары партияһы» — 4, «Ватанды һаҡлаусылар» — 2, «Яблоко» — 2. 6388 кандидат иһә үҙ-үҙен күрһәткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть