Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Баш ҡалала тәүге тапҡыр бөтә Рәсәй донорҙар роудшоуы уҙғарыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфөлә тәүге тапҡыр бөтә Рәсәй донорҙар акцияһы үткәрелә. «Музартерия» проекты сиктәрендәге ошо сара шәмбе, 1 августа, «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда ойошторола.

Проектта һәммәһе лә ҡатнаша ала. Был көндә бында ҡан биреү өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырылған мобиль комплекс эшләйәсәк. Донорҙарҙы ҡабул итеү иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана. Бынан тыш, майҙанда һаулыҡты бушлай тикшертергә һәм белгестәр менән кәңәшләшергә мөмкин буласаҡ. Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы, республика клиник онкология диспансеры, республика кардиология үҙәгенең күсмә медицина үҙәктәрендә терапевтар, онкологтар, кардиологтар һәм башҡа табиптар эшләйәсәк, тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Концерт көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана, унда баш ҡаланың ижади коллективтары, «Музартерия» конкурсында финалға сығыусылар һәм Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары сығыш яһаясаҡ.

«Музартерия» роудшоуы Рәсәйҙең танылған артистары ҡатнашлығында ойошторолған ошо уҡ исемдәге бәйге йомғаҡтары буйынса башланғыс алған. Июнь уртаһында Мәскәүҙә финалға сығыусыларҙың концерты булды. Тамашасылар һәм жюри һайлап алған еңеүселәр Өфөнән Владивостокка тиклем 20 ҡала буйлап роудшоуға юлланды.

Өфөлә проект Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ярҙамында үткәрелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть