Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Республикаға Венгриянан һыйырҙар килтерелде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Ауырғазы районының «Уңыш» ауыл хужалығы етештереү кооперативына Венгриянан голштин-фриз тоҡомло 136 баш башмаҡ килтерелде. Был хаҡта республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Хужалыҡ етәксеһе Радик Рафиҡов һүҙҙәренсә, хәҙерге ваҡытта малдар карантинда тотола, һуңынан уларҙы Иҫке Әпсәләм ауылындағы 1200 баш һыйырға иҫәпләнгән һөтсөлөк-тауар фермаһына күсерәсәктәр.

Хужалыҡта һәр һыйырҙан уртаса 19 килограмм һөт һауып алына, был былтырғыға ҡарағанда 1,7 килограмға күберәк. Көн һайын хужалыҡ Дәүләкән һөт комбинатына 18-19 тонна һөт тапшыра. Яңы таналар һөт бирә башлағас, был күрһәткестәр артыр, тип өмөтләнә «Уңыш» ауыл хужалығы етештереү кооперативы малсылары. Сит илдән килтерелгән һыйырҙар сентябрь-декабрь айҙарында быҙаулаясаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть