10 декабрь, Шәмбе

28 июль 2015 йыл, 11:52

«Башнефть» компанияһының директорҙар советын Рәсәй энергетика министрының беренсе урынбаҫары Алексей Текслер етәкләне

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһының директорҙар советы Рәсәй энергетика министрының беренсе урынбаҫары Алексей Текслерҙы рәйес итеп һайланы.

Алексей Текслер марттан бирле директорҙар советы рәйесе вазифаһын башҡарҙы. Ул саҡта «Башнефть» компанияһын «Система» финанс корпорацияһынан дәүләткә ҡайтарыу буйынса процедуралар тамамланғас, акционерҙарҙың сираттан тыш йыйылышы үтте. Унда директорҙар советының яңы составы раҫланды. Рәйес вазифаһы Текслерға йөкмәтелде, әммә ул мәлгә хөкүмәттең рәйес һайлау тураһында директиваһы юҡ ине.

30 июндә үткән йыйылышта директорҙар советы алдараҡ раҫланған составта яңынан һайланды.

Яңы советҡа ун кеше, элекке составтан «Башнефть» президенты Александр Корсик һәм бойондороҡһоҙ директор Чарльз Ватсон инә. Башҡортостанды директорҙар советында республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов һәм Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев күрһәтә.

2014 йылдың 8 декабрендә «Башнефть» Мәскәү Арбитраж судының ҡарары буйынса федераль милеккә күсте. 21 июндә Рәсәй Президенты Владимир Путин «Башнефть» компанияһы акцияларының 25 процентын Башҡортостанға тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте Рәсәйҙең 20-нән ашыу төбәгендә һәм сит илдә эшмәкәрлек алып бара. Үткән йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә нефть табыу буйынса алтынсы (17,8 миллион тонна) һәм уны беренсел эшкәртеү буйынса дүртенсе урынды (21,7 миллион тонна) биләй. 1 ғинуарға нефть запастары —  2,15 миллиард баррель, запастар менән тәьмин ителеү 16,9 йыл тәшкил иткән.