3 декабрь, Шәмбе

28 июль 2015 йыл, 10:27

Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында бард йыры фестивале уҙҙы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Үткән ял көндәрендә Иглин районының «Эҫем» ял базаһында мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында «Эҫем» беренсе республика музыка-ижад фестивале уҙҙы.

Фестиваль үткәреү идеяһын Өфөнөң Калинин районы Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ришат Аллағужин тәҡдим иткән һәм уны үҙенең ярҙамсылары менән тормошҡа ашырған. Кәңәш биреү һәм техник яҡтан «Аҡ ҡоҙғон» клубынан Александр Тарханов ярҙам күрһәткән.

Сараға Благовещендан, Баймаҡтан, Октябрьскийҙан һәм Стәрлетамаҡтан, шулай уҡ Өфө ҡалаһындағы инвалидтар һәм оло йәштәгеләр өсөн йорт-интернатынан үҙешмәкәр артистарҙан тупланған командалар килде.

Фестивалдә ҡатнашыусылар һөнәри кимәле һәм жанрҙарҙың төрлөлөгө менән тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы. Фольклор номерҙары — эстрада, халыҡ бейеүҙәре көнсығыш менән алмашынды, бард йырҙары ҡайһы саҡ рок музыкаһына әүерелде. Иң бай программаны фестивалде ойоштороусылар — баш ҡаланың Калинин районы ҡатнашыусылары әҙерләгән. Уларҙың командаһы йәше менән дә айырылып торҙо, артистарҙың күбеһе алтмышты үткән. Стәрлетамаҡтан иһә Мәскәүҙә һәм Сыктывкарҙа мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында ойошторолған бард йыры бөтә Рәсәй фестивалендә лауреат исемен яулаусылар сығыш яһаны.

Программа дүрт сәғәт дауам итте. Был да ҡатнашыусыларға аҙ тойолдо. Рәсми өлөш тамамланғас, артистар Эҫем буйына барып, таң атҡансы гитарала уйнап, йырҙар башҡарҙы.

Килгән ҡунаҡтар, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзалары, баһалауынса, фестиваль уңышлы үтте һәм уның киләсәге ҙур. Төп ойоштороусы Ришат Аллағужин уны йыл һайын уҙғарырға вәғәҙә бирҙе, тип һөйләне фестивалдә ҡатнашыусы Игорь Вайсман.