9 декабрь, Йома

27 июль 2015 йыл, 18:02

Төбәктең ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәрен Һарытау йәрминкәләренә саҡыралар

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Һарытау Башҡортостандың ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәрен «Көҙ байлыҡтары» йәрминкәләрендә ҡатнашырға саҡыра. Был хаҡта республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Һарытау хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, йәрминкәләр 1 августа башлана. Улар ваҡлап һатыу баҙарҙары, сауҙа комплекстары янында ойоштороласаҡ.

Ойоштороусылар ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәренә йәрминкәләрҙә, сауҙа майҙандарында урынлашыу, кәрәкле мәғлүмәт биреү буйынса ярҙам күрһәтергә әҙер.

Тулыраҡ — республика Ауыл хужалығы министрлығы сайтында.