10 декабрь, Шәмбе

27 июль 2015 йыл, 17:37

Башҡортостанда беренсе Хәрби-Диңгеҙ музейы асылды

фото: Василий Коровкин

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә республикалағы тәүге Хәрби-Диңгеҙ музейын асыу тантанаһы булды. Моряктарға һөнәри байрамдары айҡанлы шундай бүләк яһалды. Учреждение Өфө йылға училищеһында асылды.

«Истоки» гәзите хеҙмәткәре Василий Коровкин хәбәр итеүенсә, тарихи ваҡиғаға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Хәрби-Диңгеҙ флоты ветерандары, училище уҡытыусылары, Башҡортостандың Диңгеҙселәр йыйылышы һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре саҡырылғайны.

Байрам ҡунаҡтары алдында Башҡортостан Диңгеҙселәр йыйылышының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ринат Иҡсанов сығыш яһаны. Ул хәрби-патриотик һәм рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү ойошма эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе булып тороуын билдәләне.

«Эшебеҙ ҡаһарманлыҡ дәрестәре, армия һәм флоттың данлы биттәрен пропагандалауға ҡоролған. Беҙ тематик кисәләр, ҡаһарманлыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ. Ошондай музей ойоштороу идеяһы менән күптән яна инек, Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыу уңайынан ветерандар менән осрашҡандан һуң теләгебеҙҙе тормошҡа ашырырға булдыҡ. Ул ваҡытта республикала юғары хәрби дәрәжәгә эйә булған яҡташтарыбыҙ, адмиралдар һәм генералдар йыйылғайны. Бөгөн улар 33 кеше», — тине Ринат Иҡсанов.  

Был Хәрби-Диңгеҙ флоты музейының тәүге сиратын асыу ғына, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды училище етәксеһе Николай Бричкин.

Музейҙа Рәсәй флоты тарихына, рус моряктарының данлы еңеүҙәренә, флотҡа нигеҙ һалыусы Петр Беренсегә, Ушаков, Нахимов, Крузенштерн, Кузнецов, Горшков, Макаров кеүек билдәле адмиралдарға арналған стендтар урын алған. Музейҙың тәүге ҡомартҡыларын, шулай уҡ һыу аҫты көстәренә, кораблдәргә, диңгеҙ авиацияһына бағышланған стендтарҙы күрергә мөмкин.

Тантанала ҡатнашыусылар Диңгеҙселәр йыйылышы вәкилдәренә һәм училище етәкселегенә изге башланғыстары өсөн рәхмәт белдерҙе, музейҙың яңы экспонаттар һәм тарихи материалдар менән тулыланыуын теләне.