Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала ҡысҡырып уҡыу буйынса Бөтә Рәсәй чемпионатының һайлап алыу туры була

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

3 августа Өфөлә «Ауыҙыңды ас» Бөтә Рәсәй чемпионатының һайлап алыу туры була.

Быйыл чемпионат илдең 40-тан ашыу ҡалаһында ойошторола. Бөтә ҡалалар ҙа Көнсығыш, Себер, Урал, Үҙәк, Көньяҡ, Мәскәү конференцияларына бүленгән.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, чемпионатты үткәреү ҡағиҙәләре ябай: ҡатнашыусылар бер ниндәй әҙерлекһеҙ таныш булмаған тексты уҡый. Жюри сығыштарҙы алты баллы шкала буйынса баһалай. Еңеүсе йыйылған балдарҙың суммаһына ҡарап билдәләнә. Чемпионат өсөн китаптарҙы «Читай-город» китап магазиндары селтәре бирә. Һайлап алыу турында еңеүсегә 30 августа Ҡазанда үтәсәк «Урал» конференцияһының финалына юллама, шулай уҡ бәйге ваҡытында уҡылған китаптар тапшырыла. Гран-при декабрҙә Мәскәүҙә уҙғарыла.

Ҡысҡырып уҡыу буйынса чемпионат тәүге тапҡыр 2011 йылда Новосибирск ҡалаһында үткәрелә. Сараны ойоштороусы Михаил Фаустов та Рәсәй буйлап сәйәхәт итә, ул Төбәк-ара китап уҡыу федерацияһы рәйесе булып тора. 3 августа Михаил Фаустов Өфөлә һайлап алыу турында алып барыусы булараҡ сығыш яһаясаҡ.

Баш ҡалала һайлап алыу туры «Читай-город» магазинында 3 августа киске сәғәт 7-лә башлана. Адресы: Октябрь проспекты, 4/1, «Тыныслыҡ» сауҙа-күңел асыу комплексы.

Ҡатнашыу өсөн бында яҙылырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть