8 декабрь, Кесе йома

27 июль 2015 йыл, 15:58

«Башнефть» дивидендтары Владимир Путиндың май указдарын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтеләсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 5 миллиард 18 миллион һум күләмендәге дивидендтары 2015 йылда Башҡортостан бюджеты сығымдарын өҫтәмә финанслауға йүнәлтеләсәк.

24 июлдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйған тейешле указ республика хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Аҡса Рәсәй Президентының 2012 йылдың 7 майындағы указдарын тормошҡа ашырыуға, шул иҫәптән балалар баҡсаларына сиратты бөтөрөү буйынса сараларға, инженер инфраструктураһын үҫтереүгә, шулай уҡ социаль объекттар төҙөүгә һәм уларҙы реконструкциялауға, иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең мөһим тармаҡтарына ярҙамға, республика бюджетының тигеҙләнешен тәьмин итеүгә йүнәлтеләсәк.