Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.22 ↑

EUR 69.26 ↑

22 сентябрь, Йома

Уфа   °

Республика юл төҙөлөшөнә һәм уны ремонтлауға 238 миллион һумдан ашыу аласаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостан юл төҙөлөшөнә һәм уны ремонтлауға федераль бюджеттан 238 миллион һумдан ашыу аласаҡ. Тейешле бойороҡҡа Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған. Һүҙ — 52 төбәк араһында бүленәсәк 4,5 миллиард һум хаҡында. Аҡса «2014-2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклем ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә бүленәсәк.

Ҡабул ителгән ҡарар төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге дөйөм автомобиль юлдарының оҙонлоғон арттырырға булышлыҡ итәсәк. Аҡсаны ҡаты япмалы шоссе төҙөүгә һәм уны реконструкциялауға сарыф итеү күҙ уңында тотола, тип хәбәр ителә Рәсәй Хөкүмәте сайтында.

Юлдар һалыуға тәғәйенләнгән аҡсаның күбеһе Татарстанға, Орел һәм Киров өлкәләренә биреләсәк, артабан Башҡортостан килә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть