Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↑

EUR 69.47 ↓

25 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә БРИКС һәм ШОС илдәренең йәштәр форумында тәүге килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Өфөлә БРИКС һәм ШОС илдәренең йәштәр форумында Рәсәй йәштәр союзы Көньяҡ Африка Республикаһы һәм Бразилияның ҙур йәштәр ойошмалары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы.

«Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе менән һөйләшкәндә Рәсәй йәштәр союзы рәйесе Павел Красноруцкий килешеүҙәрҙең маҡсаты илдәр араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе системалаштырыуға йүнәлтелгән тип билдәләне.

«Беҙҙә Бразилия һәм Көньяҡ Африка Республикаһы йәштәре ҡатнашҡан проекттар һәм программалар бик күп, әммә ошо проекттар ойошҡанлы булырға тейеш. Беҙ документтарға мөнәсәбәттәребеҙ формаль булһын өсөн ҡул ҡуйҙыҡ. Ошо илдәрҙәге ниндәй йәштәр ойошмаларына таяна алыуыбыҙҙы аңларға тейешбеҙ», — тине Красноруцкий

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, БРИКС һәм ШОС илдәренең беренсе йәштәр форумы 26 июлдә эшләй башланы. Унда Рәсәй, Бразилия, Һиндостан, Ҡытай, Көньяҡ Африка Республикаһы, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Үзбәкстандан йөҙҙән ашыу йәш лидерҙар ҡатнаша.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть