4 декабрь, Йәкшәмбе

27 июль 2015 йыл, 11:47

Башҡортостанда «Мәсетле оҫтаханаһы» төбәк-ара конкурсы уҙғарылды

фото: Азат Саҙрыев

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда тәүге тапҡыр «Мәсетле оҫтаханаһы» төбәк-ара конкурсы уҙғарылды. Сараны «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе һәм район хакимиәте ойошторҙо. Был хаҡта ER.RU порталы хәбәр итә.

«Мәсетле оҫтаханаһы»нда республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары, шулай уҡ Силәбе, Свердловск өлкәләре һәм Пермь крайы командалары ҡатнашты.

«Конкурс тәү сиратта ауыл һөнәрҙәрен популярлаштырыуға, йәштәр араһында ауыл тормошон пропагандалауға йүнәлтелгән. Был һөнәрҙәр онотолмаясаҡ. Ауыл эшсәндәренә ярҙам итеү республика етәкселегенең дә, партияның да мөһим бурыстарының береһе булды һәм буласаҡ», — тине сәләмләү һүҙендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рәмзил Ишһарин.

Байрам Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк майҙанында уҙҙы. Унда өс меңдән ашыу урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар йыйылды. Ҡатнашыусылар  утын ярыу, мейес һалыу, умартасылыҡ, ҡоҙоҡ өсөн бура бурау, ҡул эштәре буйынса оҫталыҡтарын күрһәтте. Бесән сабыусылар конкурсында тамашасылар яҡташтарын айырыуса дәртләндерҙе.

Сара сиктәрендә бәйгелә ҡатнашыусы район хакимиәттәре башлыҡтары төбәк-ара һәм муниципаль-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға арналған түңәрәк өҫтәл уҙғарҙы. «Конкурс йыл һайын үткәрелер тип ышанам. Халыҡҡа оҡшаны. Киләһе йылда уны Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә ойоштороу ниәте бар», — тип тәҡдим итте Рәмзил Ишһарин.