8 декабрь, Кесе йома

27 июль 2015 йыл, 10:40

Рөстәм Хәмитов Омскиҙа казарма емерелеү һөҙөмтәһендә зыян күргән һалдаттар менән осрашты

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 24 июлдә Мәскәүҙә академик Н.Н.Бурденко исемендәге хәрби клиник госпиталдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Омскиҙа казарма емерелеү һөҙөмтәһендә зыян күргән һалдаттар Владимир Петров һәм Рөстәм Нәбиев, уларҙың ата-әсәләре һәм туғандары менән осрашты.

Ике десантсының да хәле ауыр. Улар аңына килгән һәм юғары квалификациялы медицина ярҙамын ала.

19 йәшлек Владимир Петров Стәрлетамаҡ ҡалаһынан. Хәҙер ул травматология бүлегендә ята.

Әсәһе Ирина Петрова һөйләүенсә, фажиғә алдынан улының хәрби ант биреү тантанаһын ҡарарға килгән, вокзалда иһә уға күңелһеҙ хәбәр хаҡында еткергәндәр. Һалдат дуҫтарының социаль селтәрҙәрҙә уға ярҙам төркөмөн асыуҙары хаҡында бәйән итте. Уларҙың саҡырыуына бөтә илдән бик күп кешеләр яуап биргән, ә Башҡортостандан бер ҡыҙ десантсыға арнап шиғыр ҙа яҙған.

— Был халыҡтың ярҙамсыл булыуы хаҡында һөйләй, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Саҡмағош районынан 23 йәшлек Рөстәм Нәбиевтың ике аяғын да киҫкәндәр. Хәҙер ул реанимация бүлегендә ята, туғандары ла уның янында.

Рөстәм Нәбиевтың хәле һәйбәт, тип хәбәр иттеләр табиптар республика Башлығына.

Республика етәксеһе һөнәри бурыстарын яҡшы башҡарған госпиталь табиптарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Омскиҙа казарма емерелеү һөҙөмтәһендә зыян күргән 23 йәшлек Ейәнсура районы егете Илнур Ҡыуандыҡов менән телефон аша һөйләште. Әлеге көндә ул Мәскәү өлкәһендәге Солнечногорск шифаханаһында реабилитация үтә. Республика Башлығы һалдаттың сәләмәтлеге менән ҡыҙыҡһынды һәм тиҙерәк һауығыуын теләне.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 13 июлдә төнгө сәғәт бер тирәһендә Омск өлкәһендә Һауа десанты ғәскәрҙәренең уҡыу үҙәге казармаһының стенаһы һәм ҡыйығы емерелеп төштө. Был ваҡытта бинала 300-ҙән ашыу кеше булған. Һөҙөмтәлә 19 кеше яраланды, 23 һалдат, шул иҫәптән Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә саҡырылған биш егет һәләк булды.

Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән һәләк булған һалдаттарҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү өсөн республика бюджетынан 5 миллион һум аҡса бүленде. Шулай уҡ зыян күргән һалдаттарҙы дауалауға аҡса бүлеү тураһында бойороҡ әҙерләйҙәр.