Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

25 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Төбәктә йәш яҙыусылар танылыу яулай ала

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

1 августа Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Яңы офоҡтар» тип исемләнгән әҙәби конкурста ҡатнашыуға эштәр ҡабул ителә башлай.

Конкурсҡа хәҙерге заман йәмғиәтендә йәш быуындың тормошо хаҡында әҫәрҙәр ҡабул ителә. Унда 45 йәшкә тиклемге авторҙар ҡатнаша ала. Эштәрҙе 1 октябргә ҡәҙәр ебәрергә кәрәк. Бәйгегә декабрҙә йомғаҡ яһаласаҡ. Еңеүселәргә I, II, III урындар һәм лауреат дипломдары, 70, 50, 30 мең һум күләмендәге премиялар тапшырыласаҡ. Проект республика Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

Конкурс тураһында положение «Китап» нәшриәтенең рәсми сайтында баҫылған. Әҫәрҙәрҙе «бәйгегә» тигән билдә менән Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2 адресы буйынса ебәрергә. Белешмә өсөн телефон: (347) 223-88-38.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть