8 декабрь, Кесе йома

24 июль 2015 йыл, 17:19

Башҡорт режиссерының спектакле йәш режиссерҙарға ярҙам итеү буйынса бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт режиссеры Айҙар Зарипов Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы йәш режиссерҙарға ярҙам итеү буйынса ойошторолған конкурстың 20 еңеүсеһе исемлегенә инде. Уның «Мөхәббәт һәм гамма» (Ҡырмыҫҡа иләүе) спектакле иң яҡшыларҙың береһе тип табылды. Спектакль киләһе миҙгелдә Салауат дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә ҡуйыласаҡ.

Конкурста ҡатнашыу өсөн бөтәһе  55 ғариза тапшырылған. Тауыш биргәндә бәйгелә беренсе тапҡыр ҡатнашыусы, балалар өсөн спектаклдәр ҡуйыусы йәш режиссерҙарға, шулай уҡ төбәк һәм бәләкәй ҡалаларҙың театрҙарында күрһәтелгән сәхнә әҫәрҙәренә өҫтөнлөк бирелгән.

Айҙар Зарипов — актер, режиссер, заманса драматургия һәм режиссура буйынса республика семинар-лабораторияһында ҡатнашыусы. «Мөхәббәт һәм гамма» пьесаһын йәш драматург Дамир Йосопов яҙған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014 йылдан Заманса драматургия үҙәге Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы һәм Театр эшмәкәрҙәре союзы булышлығында заманса драматургия һәм режиссура буйынса республика семинар-лабораторияһын үткәрә.

темалар: театр, конкурс