Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Республика балалары Ҡырғыҙстандың Ысыҡкүл буйында ял итә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостан балалары Ҡырғыҙстандың Ысыҡкүл буйында урынлашҡан «Ден-Соолук» һауыҡтырыу үҙәгендә ял итә.

Уҡыусылар өсөн төрлө, бай программа: спорт уйындары, эстафеталар, ижади конкурстар, дискотекалар әҙерләнгән. Саф һауа һәм Ысыҡкүлдең шифалы һыуы балаларға һаулыҡтарын нығытырға мөмкинлек бирә, улар ял итеп, яңы уҡыу йылы алдынан көс туплаясаҡ. Бынан тыш, ҡайтҡанда Мәскәүҙә уҡыусылар өсөн экскурсия ойоштороласаҡ. 3 августан 4-нә ҡарай төндә улар өйҙәренә ҡайтасаҡ.

2 июлдән 22-нә тиклем Ҡырғыҙстандан килгән балалар А.П.Чехов исемендәге һауыҡтырыу шифаханаһында асылған «Йәйләү» Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү лагерында ял итте. Уҡыусылар өсөн Өфө буйлап экскурсия ойошторолдо, улар «Ағас архитектура төҙөлөшө» күргәҙмә-йәрминкәһен һәм башҡа сараларҙы ҡараны.

Башҡортостан менән Ҡырғыҙстан араһында балалар алмашыу ял итеүҙе һәм һауыҡтырыуҙы ойоштороу өлкәһендә хеҙмәттәшлек сиктәрендә республика Мәғариф министрлығының башланғысы буйынса тормошҡа ашырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть