4 декабрь, Йәкшәмбе

24 июль 2015 йыл, 16:05

Уңыш йыйыуҙа ваҡиғалар үҫешенең бер нисә варианты бар һәм һәр береһенең үҙенең сценарийы булырға тейеш — Башҡортостан Башлығы

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, кисә Саҡмағош районында үткән «Баҫыу көнө-2015» иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыуҙы ойоштороу буйынса республика семинар-кәңәшмәһенең пленар ултырышында сығыш яһап, республика агросәнәғәт комплексының бөгөнгө торошона баһа бирҙе һәм уның өҫтөнлөклө үҫеш йүнәлештәрен билдәләне.

Республика Башлығы һүҙҙәренсә, ауыл хужалығы — төп өҫтөнлөктәрҙең береһе. Йыл һайын аграрийҙарға ярҙам итеүгә, техник базаны, инженер системаһын нығытыуға, фермаларҙы яңыртыуға, ауылды социаль үҫтереүгә дәүләт бюджетынан яҡынса 8 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Агросәнәғәт комплексына булышлыҡ итеү йәһәтенән Башҡортостан – Рәсәйҙең иң яҡшы төбәктәренең береһе.

Башҡортостан Башлығы район хакимиәттәре, хужалыҡ етәкселәре алдына ауыл хужалығының һөҙөмтәлелеген күтәреү, уңышты, малдар һанын, һауымды, ит етештереүҙе арттырыу, ғилми, селекция эшен үткәреү, заманса технологиялар индереү, яңы, сағыу идеялар тәҡдим итеү бурысын ҡуйҙы.

Алдағы айҙарҙа республикала 1 миллион 800 мең гектар майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар, 3 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ йыйыу планлаштырыла. Урып йыйыуҙы уңышлы атҡарыу өсөн техниканы яҡшы итеп әҙерләргә, барлыҡ эштәрҙе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һәм юғалтыуһыҙ тамамларға кәрәк, тине Рөстәм Хәмитов.

«Хәҙер эште аныҡ ойоштороу зарур. Ваҡиғалар үҫешенең бер нисә варианты бар: яҡшы һауа торошо, ғәҙәти һауа торошо, насар һауа торошо, иртә көҙ, һәр береһенең үҙенең сценарийы булырға тейеш», — тине республика Башлығы.

Уның фекеренсә, бөтә йүнәлештәр буйынса ла ауыл хужалығы һөҙөмтәлелеген күтәрергә — заманса малсылыҡ комплекстарын төҙөргә, үҫемлекселектә яңы технологиялар индерергә, баҫыу эштәрен яңыса алып барырға, яңы ҡорамалдар һатып алырға кәрәк. Генетика нигеҙҙәрен өйрәнеү зарур. Гектарҙан яҡшы һөҙөмтәләр кәрәк».