6 декабрь, Шишәмбе

24 июль 2015 йыл, 15:02

Сәсеүлектәрҙең һәләк булыуы арҡаһында Башҡортостандың дүрт районында ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары сәсеүлектәрен саранча баҫҡан. Ошо айҡанлы был төбәктәрҙә ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. 24 июлдә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Ғәҙәттән тыш хәл режимы 21 июлдән 21 авгусҡа тиклем индерелә. Республика Ауыл хужалығы министрлығына ҡоротҡостарға ҡаршы көрәш һәм ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән биләмәләрҙе кәметеү буйынса саралар планын әҙерләү, шулай уҡ Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығына ауыл хужалығы культураларының һәләк булыуы арҡаһында күрелгән зыянды ҡаплауға документтар тапшырыу йөкмәтелгән.

Башҡортостандың Финанс министрлығына республика Хөкүмәтенең резерв фондынан хәүефле ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшеү өсөн район хакимиәттәренә бюджет-ара трансферттар бүлеү мөмкинлеген ҡарау йөкмәтелгән.