7 декабрь, Шаршамбы

24 июль 2015 йыл, 14:31

Өфөлә «Башҡортостан — Ҡаҙағстан: дуҫлыҡ күпере» тип исемләнгән күргәҙмә асылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Башҡортостан — Ҡаҙағстан: дуҫлыҡ күпере» тип исемләнгән китаптар һәм ваҡытлы матбуғат күргәҙмәһе асылды. Экспозиция Ҡаҙағстан ханлығы ойошторолоуға 550 йыл тулыуға арналған.

Күргәҙмә өсөн баҫмалар Милли китапхана, шул иҫәптән «Ҡаҙағстан элитаһы» энциклопедияһы, политология энциклопедияһы, «Ҡаҙағстандың боронғо ҡалалары» балалар энциклопедияһы фондтарынан алынған. Ҡаҙағстанда Рәсәй йылы тип иғлан ителгән 2004 йылда тышында ике республика президенттарының фотоһүрәте төшөрөлгән махсус журнал донъя күрҙе. Салауат Таймаҫовтың «Ырымбур губернаһы барлыҡҡа килгәндә Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан» китабы, Бронислав Залесскийҙың 1865 йылда Парижда баҫылған «Ҡаҙағстан далалары тормошо» китап-альбомы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Белгестәр күргәҙмәлә Ҡаҙағстандың тарихы, иҡтисады, мәҙәниәте буйынса күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныша ала. Күргәҙмәне ойоштороуҙа тарих фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Роза Буканова булышлыҡ күрһәтте, тип хәбәр иттеләр китапхананың матбуғат хеҙмәтенән.

темалар: күргәҙмәләр