4 декабрь, Йәкшәмбе

24 июль 2015 йыл, 13:28

Рөстәм Хәмитов: «Ауыл хужалығына идара итеү өсөн беҙгә бөтөнләй икенсе алым кәрәк»

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Саҡмағош районына эш сәфәре барышында «Баҫыу көнө-2015» иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы йыйыуҙы ойоштороу буйынса республика семинар-кәңәшмәһендә ҡатнашты.

Ҡалмашбаш ауылында республика етәксеһе Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының, Саҡмағош районының мәғлүмәт стендтарын ҡараны һәм семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.

— Республикабыҙҙа көслө хужалыҡтар һәм райондар бар. Үҙ эшен белгән кешеләрҙән өйрәнеү зарур, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙгә яңы технологиялар, яңы техника талап ителә. Ауыл хужалығына идара итеү өсөн бөтөнләй икенсе алым кәрәк.

Агросәнәғәт комплексы предприятиеларына ярҙам итеү үҙгәрәсәк, тип билдәләне республика Башлығы.

— Ауыл хужалығы беҙҙең өсөн һәр саҡ өҫтөнлөклө йүнәлеш булды. Алдағы йылдарҙа ла шулай дауам итәсәк. Ауыл хужалығы яҡшы эшләһен өсөн ресурстар йүнәлтеләсәк. Әммә ярҙам күрһәтеү йүнәлештәре үҙгәрә. Ошо аҡсаны һөҙөмтәһеҙ эшләгән предприятиеларға биреү файҙаһыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Күргәҙмә баҫыуында Рәсәйҙә һәм республикала етештерелгән заманса ауыл хужалығы техникаһы, перспективалы ауыл хужалығы культуралары, шул иҫәптән ноҡот борсағы, соя, етен, расторопша, рапс, люпин сәселгән диләнкәләр күрһәтелде. Күргәҙмәне ҡарағандан һуң яҙғы иген культураларын йыйыуға старт бирелде.