11 декабрь, Йәкшәмбе

24 июль 2015 йыл, 12:34

Саҡмағош районында 30 мең тонна ашлыҡ өсөн заманса элеватор төҙөләсәк

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Яҡын арала Саҡмағош районының Ҡалмашбаш ауылында 30 мең тонна ашлыҡ ҡабул итеү ҡеүәтенә эйә заманса элеватор барлыҡҡа киләсәк. Уны «Иген технологиялары» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте төҙөй башланы. Был хаҡта Рөстәм Хәмитовҡа предприятие директоры хәбәр итте. Республика Башлығы эш сәфәре барышында «Базы» ауыл хужалығы етештереү кооперативының ошо ауылда урынлашҡан яңы ашлыҡ таҙартыу комплексын ҡараны.

Комплекс былтыр октябрҙә төҙөлә башлаған һәм яҡын арала эштәр тамамланасаҡ. Проекттың дөйөм хаҡы 170 миллион һум тәшкил итә. «Иген технологиялары» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры һүҙҙәренсә, иген таҙартыу һәм киптереү цехының етештереүсәнлеге түбәндәгесә: беренсе таҙартыу сәғәтенә 80 тоннаға, киптереү — 40, орлоҡ таҙартыу һигеҙ тоннаға яҡын тәшкил итәсәк. Эшкәрткәндән һуң ашлыҡ хәҙерге ваҡытта төҙөлөүсе элеваторҙа һаҡланасаҡ.

Ошондай иген таҙартыу комплекстарын ойоштороу, улар өсөн ҡорамалдар етештереү, шулай уҡ ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау мәсьәләләрен хәл итеү өсөн ҙур сәнәғәт предприятиеларының буш торған майҙандарын файҙаланырға мөмкин, тип билдәләне республика Башлығы.

— Беҙҙә йөҙ генә түгел, миллион квадрат метр биналар буш тора, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙгә етештереүҙе ойоштороу, баҙарға сығыу ҡыҙыҡлы. Һеҙгә ярҙам итербеҙ. Мең үк булмаһа ла, алтын ҡуллы, идеялы тиҫтәләп егеттәр бар. Улар агротехника тармағын алға ебәрә ала.