Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.37

EUR 63.12

16 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Сентябрҙә Өфөлә Рәсәйҙә тыл эшсәндәренә иң ҙур һәйкәл асыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфөлә Рәсәйҙә тыл эшсәндәренә иң ҙур һәйкәл асыла. Ул баш ҡаланың Еңеү паркында урынлаштырыласаҡ. Стеланың бейеклеге – һигеҙ метр, ә скульптура төркөмө 5,5 метрҙан ашыу тәшкил итә.

Архитекторҙар уйлауынса, был нефтсе, игенсе, ҡорос иретеүсе, туҡыусы, эшсе, станок артында торған үҫмер һәм уның олатаһының бронза һындары буласаҡ. Һуғыш йылдарындағы бар ауырлыҡтар уларҙың иңенә төшкән. Артҡы планда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостан фронтҡа оҙатҡан продукция – авиация двигателдәре, ҡорос, нефть, аҙыҡ-түлек төшөрөлгән барельеф буласаҡ.

Хәҙерге ваҡытта Химки ҡалаһы оҫтаханаһында тыл эшсәндәренең һындары ҡойола, һәйкәл ҡуйыласаҡ урында нигеҙ һалына һәм биләмә төҙөкләндерелә. Объектты тапшырыуға ике ай самаһы ҡалған. Төҙөүселәр эштәрҙе сентябрь уртаһына тамамларға ниәтләй.

Орджоникидзе районы хакимиәтендә белдереүҙәренсә, проекттың авторы — Рәсәйҙең Рәссамдар союзы рәйесе Андрей Ковальчук. Һәйкәл ҡуйыу идеяһын Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы тәҡдим иткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть