3 декабрь, Шәмбе

23 июль 2015 йыл, 17:15

«Ватан» этнопаркы шиғриәт кисәһенә саҡыра

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөләге «Ватан» этнопаркы «Йырым һиңә, Башҡортостаным!» тип аталған шиғриәт кисәһенә саҡыра. Сара бөгөн, 23 июлдә, үтә.

Өфө тамашасылары алдында Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рауил Бикбаев һәм Факиһа Туғыҙбаева, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Ирек Кинйәбулатов, танылған шағирәләр Тамара Ғәниева, Зөһрә Ҡотлогилдина, Әлфиә Әсәҙуллина, Тамара Искәндәриә, Шәйехзада Бабич исемендәге республика премияһы лауреаттары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Гөлназ Ҡотоева, Лариса Абдуллина, Зөлфиә Ханнанова, яҙыусылар Леонид Соколов, Салауат Вәхитов һәм башҡа әҙәбиәтселәр сығыш яһай.

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 23 июлдән 10 авгусҡа тиклем һәр кесаҙна «Ватан» этнопаркында ошондай мәҙәни саралар ойоштороласаҡ.

30 июлдә «Арғымаҡ» этнотөркөмөнөң сығыш яһауы көтөлә. Өфөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына «Халыҡтар дуҫлығы, әҙәбиәттәр дуҫлығы» тип исемләнгән китап күргәҙмәһе тәҡдим ителәсәк.  

Әҙәбиәт йылына арналған шиғриәт кисәһе киске сәғәт 7-лә башлана.

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттары уҙғарылған көндәрҙә Өфө амфитеатрында асылған «Ватан» этник паркы 15 сентябргә тиклем эшләйәсәк.