Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан муниципалитеттарының яртыһында депутатлыҡҡа кандидаттар теркәү тамамланды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда һайлауҙа ҡатнашҡан 53 муниципаль райондың 25-ендә ауыл һәм ҡала биләмәләре Советтарына депутатлыҡҡа кандидаттар теркәү тамамланды. Төбәктә Берҙәм тауыш биреү көнө 2015 йылдың 13 сентябрендә үтәсәк. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы хәбәр итеүенсә, 23 июлгә 12274 кандидат теркәлгән. Бөтәһе 7300 депутат мандаты алмаштырыла.

Теркәлгән кандидаттарҙы түбәндәге сәйәси партиялар тәҡдим иткән: «Берҙәм Рәсәй» (6399), КПРФ (459), ЛДПР (347), «Ғәҙел Рәсәй» (218), «Рәсәй патриоттары» (251), «Ватанды һаҡлаусылар» (2), «Яблоко» (1), Башҡортостандағы «Пенсионерҙарҙың ғәҙеллек өсөн партияһы» (69), «Йәшелдәр» Рәсәй экологик партияһы» (12), «Йәшелдәр һәм социал-демократтар альянсы» (54), «Рәсәй пенсионерҙары партияһы» (4). 4458 кеше үҙ-үҙен күрһәткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть