6 декабрь, Шишәмбе

23 июль 2015 йыл, 16:24

Төбәктең халыҡ оҫталары «Мәсетле оҫтаханаһы»нда үҙ көсөн һынаясаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 23 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда «Мәсетле оҫтаханаһы» һөнәри оҫталыҡ төбәк-ара конкурсы уҙғарыла. «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе теләүселәрҙең барыһын да бәйгелә ҡатнашырға йәки уға тамаша ҡылырға саҡыра. Конкурс 25 июлдә Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында ойошторола. Сарала Башҡортостандың Асҡын, Балаҡатай, Дыуан, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мәсетле, Нуриман, Салауат райондары, шулай уҡ Силәбе, Свердловск өлкәләре һәм Пермь крайы командалары ҡатнаша.

Ойоштороусыларҙың маҡсаты — халыҡ йолаларын тергеҙеү һәм һаҡлау, мәҙәни мираҫҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, йәш быуынды халыҡ кәсептәре менән таныштырыу.

Һәр команда ун ике кешенән торасаҡ. Ҡатнашыусыларҙың яртыһының йәше  30-ҙан артмаҫҡа тейеш. Сарала ҡоҙоҡ өсөн бура эшләү, бесән сабыу, умартасылар, һарыҡ йөнөнән кейем бәйләү, тал сыбығынан кәрзин үреү, ҡорама ҡорау кеүек ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс ярыштар үткәреләсәк.

Ойоштороусылар Волга буйы һәм Урал федераль округтары вәкилдәрен саҡырып, «Мәсетле оҫтаханаһын» традицияға әйләндерергә ниәтләй.